Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Октябрь 2022, 16:40

Ололарҙы ололау – кешелеклелек билдәһе

Көҙҙөң матур бер мәлендә Халыҡ-ара Ололар көнөн билдәләйбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы - был байрам яҡшы традицияға, изге йолаға әүерелде.Бөгөн Жуково ауылының "Уңыш мәктәбе " Ололар көнөнә арналған матур сара ойошторҙо.

Сараға мәктәптә эшләгән мағариф ветерандары менән бергә ауылыбыҙҙа йәшәгән ветерандар һәм олатай,өләсәйҙәр, ауылдың актив ағинәйҙәре саҡырылды.Ҡунаҡтар өсөн мәктәп уҡыусылары бик матур йөкмәткеле концерт менән сығыш яһанылар . Бигерәк тә Алмаз Нуретдинов. , Хәбибуллин Амирхандың гитарала уйнап башҡарған йырын,Ғилмийәрова Яҙгөлдең күбәләктәй талпынып башҡарған бейеүен барыһы ла ҙур алҡыштар менән оҙатты. Ҡунактар менән бергәләп матур йырҙар йырланды. "Ауылыбыҙҙа шундай талантлы балалар бар икәненә һоҡланып ултырҙыҡ", - тип ҡыуанды килгән ҡунаҡтар. Ҡунаҡтар ҙа буш килмәгән булып сыҡты. Ағинәйҙәр үҙҙәренең ҡул эштәренән күргәҙмә эшләнеләр. Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа бик ҡыҙыҡһынып ҡаранылар.Өләсәйҙәр башҡарыуындағы йырҙар, шиғырҙар уларҙың ниндәй талантлы икәнен күрһәтте. Улар үҙҙәренең әүҙем тормоштары менән балаларына, ейәндәренә, ғөмүмән, тирә-йүнәдгеләр өсөн үрнәк булып торалар. Ҡунаҡтар араһында бер - береһен ихтирам итеп, бер - береһенә кәрәк булып йәшәгән, ғаилә усағын һүндермәйенсә, быуындар ебен тигеҙ тотоп, матур ғаилә ҡороп балалар үҫтереүсе, үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләүсе Ғалимовтар ғаиләһе лә бар ине. Улар балалар менән "Бәхетле булыуҙың сере нимәлә?" тигән һорауға матур әңгәмә ҡорҙолар, бик фәһемле кәңәштәрен бирҙеләр.

Сара һуңында мәктәп директоры И.В.Камалдинова, директор урынбаҫары М.А.Ғилмейәрова ҡунаҡтарҙы ҡотлап бүләктәр, рәхмәт хаттары тапшырҙылар.

Осрашыу матур сәй табыны һәм бөгөн барған афәттә йөрөгән беҙҙең һалдаттарға имен- һау әйләнеп ҡайтыуҙарын, илебеҙгә ошондай ҡатмарлы ваҡытта Тыныслыҡ теләү аяты менән тамамланды.Ошондай осрашыуҙар бик файҙалы, сөнки улар быуындар араһындағы бәйләнеште көсәйтә, балаларҙы ололарҙы хөрмәт итергә, уларҙан үрнәк алырға өйрәтә һәм үткәндәргә ҡыҙыҡһыныу уята.

Матур байрам ойоштороп беҙҙе ҡыуандырған мәктәп администрацияһына, уҡытыусылар Айһылыу Юныс ҡыҙына, Гүзәл Сабирйән ҡыҙына, Назирә Абдулбар ҡыҙына, уҡыусыларға ҙур рәхмәт! 

Уларға һаулыҡ, алда ҙур уңыштар, ҡояшлы көндәр, аяҙ күктәр, рух ныҡлығы һәм күңел көрлөгө теләйбеҙ!!!

                             З.Х.Мәҡсүтова.

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас: