Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Октябрь , 19:50

Баймаҡтар батыр улы менән хушлашты

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев: - Бөгөн бөтә район, республика һәм ил беҙҙең менән бергә ҡайғыра – беҙ ҡаһарман яҡташыбыҙҙы, тыуған еребеҙҙең лайыҡлы улын, Өмөтбай ауылында тыуып үҫкән һалдатты, рядовой Ғәзиз Рәғип улы Мөхәмәҙиевты һуңғы юлға оҙаттыҡ. 

Баймаҡтар батыр улы менән хушлашты
Баймаҡтар батыр улы менән хушлашты

Беҙҙең хәтерҙә ул Ватаныбыҙ алдындағы хеҙмәт бурысын үтәп, хәрби антына һуңғы һулышына тиклем тоғро ҡалып, ғүмерен илдең азатлығы, яҡты ҡиләсәге өсөн биргән ысын яугир булып ҡаласаҡ.

Уның ваҡытһыҙ үлеме беҙҙең йөрәктәрҙе әрнетә, күңелдәрҙе борсоуға һала. Илебеҙҙең азатлығы өсөн, ата-бабаларыбыҙҙың эшен дауам итеп баш һалған яҡташыбыҙҙың ата-әсәһенең, яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ, түҙемлек, күңел ныҡлығы теләйбеҙ.

Хөрмәтле ил һаҡсыһы – Ғәзиз Рәғип улы тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр!

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас в