Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Октябрь 2022, 19:00

Хәйбуллалар Аҡ ҡорбан салған

Ошо көндәрҙә Хәйбулла районында барлыҡ ир-егеттәребеҙҙең именлеге хаҡына Аҡ ҡорбан салынды.

Хәйбуллалар Аҡ ҡорбан салған
Хәйбуллалар Аҡ ҡорбан салған

Аҡ ҡорбан ите Иләс, Аҡъяр, Ивановка, Бүребай мәсеттәренә, шулай уҡ ғәзиз улдарын, ирҙәрен хәрби әҙерлек урынына оҙатҡан ата- әсәләргә лә, ҡатындарына ла Аҡ ҡорбан итен таратып бирелгән.

Барлыҡ Хәйбулла халҡына, Әбйәлил районына, Ырымбурҙа йәшәгән туғандарға, Өфө ҡалаһында йәшәгәндәргә, ғөмүмән, ошо Аҡ ҡорбанға аҡсалата ярҙам иткәндәргә рәхмәт әйтә район халҡы. Улдарын, ирҙәрен, атайҙарын көткәндәргә Аллаһы Тәғәлә түҙемлек, сабырлыҡ бирһен, һәр кем ҡәҙерле кешеһен ҡыуанып ҡаршы алһын, илебеҙгә тыныслыҡ килһен!

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас в