

"Руслан - беҙҙең батырыбыҙ! Ул бала саҡтан аттарҙы яратты. Ғәлиевтар ғаиләһе беҙҙең районда ғына түгел, тотош республикала бәйге аттары менән билдәле. Ә Руслан профессиональ ат сабыштарында ҡатнашыусы, көслө бокссы булараҡ танылды. Чернушка ҡалаһындағы "Пегас" ат-спорт клубы директоры вазифаһын башҡарҙы. Балаларына өлгөлө атай, яҡшы ғаилә башлығы булды. Кешеләргә ҡарата һәр саҡ йылы мөнәсәбәттә булды, ярҙам итергә әҙер торҙо, тормош ауырлыҡтарына бирешмәне.
Руслан Ғәлиевҡа бәйле иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Уның тураһында үткән заманда һөйләү беҙгә бик ауыр, сөнки ошо йәй генә ул барыбыҙҙы ла Ҡорбан байрамына йыйған ине. Был яңылыҡты ишетеү икеләтә ҡыйын. Оло ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ, яҡындарына сабырлыҡ теләйбеҙ", - тине уның хаҡында район Советы депутаты Алһыу Хәлилова.