Новости
3 Сентябрь 2022, 06:30

Кисә Мәсетле халҡы үҙенең батыр улы менән хушлашты

Оло Аҡа ауылында Украинала барған махсус хәрби операция мәлендә батырҙарса һәләк булған Рәсәй Армияһының контракт хеҙмәте рядовой Илдар Фәйрүзовты һуңғы юлға оҙаттылар.

Кисә Мәсетле халҡы үҙенең батыр улы менән хушлаштыКисә Мәсетле халҡы үҙенең батыр улы менән хушлашты
Кисә Мәсетле халҡы үҙенең батыр улы менән хушлашты

Траур сараһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, Дыуан, Мәсетле һәм Салауат райондары буйынса хәрби комиссар Рәфис Фәтихов, райондың сик буйы һағы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәрҙең ойошмаһы етәксеһе, сик буйы ғәскәрҙәре подполковнигы Алмас Әхмәҙиев булды һәм мәрхүмдең туғандары-яҡындары ҡайғыһын уртаҡлашты.

Илдар Фәйрузов үлгәндән һуң Шайморатов генерал ордены менән наградланды, уны ҡатынына тапшырҙылар. Яугирҙе хәрби оркестр оҙатыуында һәм салют төркөмө залпы менән ерләнеләр.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас