

Кисә Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы һәм быуындар бәйләнеше йылына арналды. Сараға ауылда ғүмер буйы күршеләре менән аралашып татыу йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар саҡырылды.
Халҡыбыҙҙа «Күрше хаҡы - Тәңре хаҡы» тигән әйтем бар. Уның мәғәнәһе бик тәрән. Тимәк, күршелек – ул бик изге, ҡиммәтле мөнәсәбәт. Сараға килеүселәр үҙҙәре менән таныштырып, нисә йыл бер- береһе менән күрше булып йәшәүҙәре, нисек ғүмер итеүҙәре, төрлө ваҡиғалар тураһында һөйләп хәтер йомғағын һүтте.