Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2022, 09:00

Төбәктә мал аҙығы әҙерләү дауам итә

11 авгусҡа ҡарата 755 мең тонна бесән һәм 1,48 млн тонна сенаж запасы тупланған. Шулай итеп был аҙыҡ төрҙәре буйынса күрһәткестәр план индикаторҙарын уҙып үткән. Дөйөм алғанда республикала шартлы һәр баш малға 20 центнер аҙыҡ берәмеге тура килә.

Төбәктә мал аҙығы әҙерләү дауам итә
Төбәктә мал аҙығы әҙерләү дауам итә

Иң күп сенажды саҡмағоштар туплаған - унда ул 125 мең тоннанан аша. Хәйбулла районында бесән иң күбе - 41 мең тонанан ашҡан.

Ә бына силос әҙерләү республикала яңы ғына башланды. Уны 1,2 млн тонна тирәһе запасларға  ниәтләйҙәр.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: