Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август , 10:20

Яңы форматтағы ИНН: башҡа бер ниндәй ҙә ҡағыҙҙар кәрәкмәй!

ИНН алғанда ике ведомство - һалым хеҙмәте һәм Күп функциялы үҙәк үҙ-ара онлайн эш итә башланы. Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге Федераль һалым хеҙмәте менән берлектә махсус сервис әҙерләне. Ул мәғлүмәттәрҙе бер ведомствонан икенсеһенә тиҙ арала һәм хәүефһеҙ тапшырырға мөмкинлек бирә.

Яңы форматтағы ИНН: башҡа бер ниндәй ҙә ҡағыҙҙар кәрәкмәй!
Яңы форматтағы ИНН: башҡа бер ниндәй ҙә ҡағыҙҙар кәрәкмәй!

Нимә үҙгәрҙе:

– документтарҙы әҙерләү ваҡыты ҡыҫҡарҙы

– юғалтҡан йәки боҙған осраҡта ИНН дубликатын эшләгән өсөн дәүләт пошлинаһы алынмай

– әҙер документты Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре раҫлай

– әҙер ИНН-ды Күп функциялы үҙәк постаматында алып була

Тимәк:

– ИНН документын хәҙер күпкә тиҙерәк һәм бушлай алырға мөмкин.

Күп функциялы үҙәктең бәйләнеш үҙәге телефоны: 8 (347) 246-55-33

МФЦ-ларға сайтта «Алдан яҙылыу» бүлегендә https://mfcrb.ru/?page_id=101171 һәм бәйләнеш үҙәге телефоны буйынса яҙылырға мөмкин.

Үҙәк офистары: https://mfcrb.ru/?page_id=4014

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас в