Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август , 09:10

Күргәҙмә яңы экспонаттар менән байытылды

Свердловскиҙа 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә 210 йыл тулыуға арналған күсмә күргәҙмә 20 башҡорт атлы полкы флагтарының күсермәләре һәм шул тарихи дәүер башҡорттарының кейемдәре менән тулыланды.

Күргәҙмә яңы экспонаттар менән байытылды
Күргәҙмә яңы экспонаттар менән байытылды

Күргәҙмә саралары циклын 2021 йылда Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башлаған. Ул саҡта Екатеринбургта тарихи документтар, портреттар экспозицияһы, шул осорҙағы милли кейемдәр, 1812 йылғы илле дүрт герой тураһында стенд күрһәтелгән. Шул уҡ ваҡытта традицион уҡтан атыу буйынса турнир ойошторолдо һәм Свердловск өлкәһе менән Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайҙарының ижади коллективтары йырҙарға, бейеүҙәргә бай концерт ҡуйҙы.

«2022 йыл Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы тип иғлан ителде. Беҙҙең күп милләтле халҡыбыҙ өсөн йыл әһәмиәтле, сөнки Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 210 йыл тула. Эксперттар документтарҙың дөрөҫлөгөн һәм шул дәүерҙәге кейемдең тап килеүен раҫланы. Шуға күрә быйыл юбилей йылында беҙ өлкә башҡорттары ҡоролтайы ойошторған барлыҡ сараларҙа ла күргәҙмә экспонаттарын ҡулландыҡ. Башҡортостандан дуҫтарыбыҙға - Азат Ярмуллинға, Рәйес Низаметдиновҡа, Гөлназ Һөйәрғоловаға ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт», - тип белдерҙе «Башҡорттар ҡоролтайы» башҡорт халҡының мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Нәфисә Төмәнцева.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас в