Новости
2 Август 2022, 09:55

Йәнә "ҡыуандырабыҙ"

Башҡортостанда ҡайһы ҡала яны автобустарында юл хаҡы артҡан. Был хаҡта «Башавтотранс» хәбәр итте.

Йәнә "ҡыуандырабыҙ"Йәнә "ҡыуандырабыҙ"
Йәнә "ҡыуандырабыҙ"

Өфөлә (110/110-сы, 101-се, 109-сы, 111/111к, 113/113к, 122-се, 123-сө, 124-се, 125-се, 164/164т һәм башҡа), шулай уҡ Баймаҡта, Бәләбәйҙә, Бөрөлә, Дүртөйлөлә, Красноусолда, Мәсәғүттә, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Салауатта, Сибайҙа һәм Туймазыла маршруттар ға хаҡ үҙгәргән.

Бынан ары Өфөлә ВАЗ автоүҙәгенән аэропортҡа тиклем билет хаҡы ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндә 65 һумға, ә «Алға» картаһы буйынса 54 һумға төшәсәк, ә ГДК-нан Таптыҡ ауылына 97 йәки 81 һумға барып етергә мөмкин.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас