

Әйткәндәй, абруйлы ил инәһе, күренекле яҙыусы, педагог, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаеваның авторлыҡ программаһы буйынса йүнәлешле сменаны 1998 йылдан алып йыл һайын республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министрлығы ойоштора. 2016 йылдан был программа республика райондарының ял итеү һәм һауыҡтырыу лагерҙарында ла тормошҡа ашырыла.
– Башҡортостандың тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса йүнәлешле лагерь иң яҡшы педагогик традицияларҙы һаҡлаған һәм яңы алымдарҙы ҡулланған урын. Был баланың ялын ҡыҙыҡлы һәм бай йөкмәткеле итеп үткәрергә мөмкинлек бирә, – ти республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
«Йәйләү»ҙәге балалар «Үҫәргән», «Ҡыпсаҡ», «Юрматы» ырыуҙарына бүленеп, 21 көн буйына ял итеп кенә ҡалмай, Башҡортостан тарихын, мәҙәниәтен, халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнә, тыуған төйәгебеҙҙең күренекле шәхестәре менән дә таныша.
– Балаларҙың һәләтен асыу, үҫтереү өсөн ҡурай, ҡумыҙ, йыр, бейеү, «Урал батыр мәктәбе», башҡорт теле түңәрәктәре эшләй. Әйҙәүселәребеҙ – үҙ эшен белгән, «Йәйләү» программаһы буйынса сертификаты булған юғары уҡыу йорто студенттары. Инйәр Ишмырҙин менән Илфат Ҡотлоюлов ҡурай серҙәрен төшөндөрһә, Айгизә Ирғәлина менән Гүзәл Ирмәкова бейергә өйрәтә, Ғәзинур Танһыҡҡужин йыр буйынса оҫталыҡ дәрестәре бирә. Рәйсә Шәрипова менән Рузилә Иҙрисова «Урал батыр мәктәбе» түңәрәген алып бара, Башҡортостан мәҙәниәте буйынса белем бирә.
Ял итеүсе балалар өсөн бай, ҡыҙыҡлы программа әҙерләнгән. Һәр көн ниндәйҙер темаға арналған, көн дә «Алпамыша» уйындары үткәрелә. Йоҡлар алдынан балалар тәьҫораттары менән бүлешергә киске шәм алдына йыйыла, – ти Ейәнсура районындағы «Ал елкән» лагеры директоры Байрас Ҡансурин.
Йүнәлешле смена барышында Йомабай Иҫәнбаев һәм Роберт Заһретдинов исеменә инструменталь-йыр, Сөләймән Абдуллин, Мәғфирә Ғәлиева исеменә йырсылар, Ҡасим Дәүләткилдеев исеменә «Йәйләү буяуҙары» йәш рәссамдар бәйгеләре, «Алтын тирмә» уйыны ойошторолған. «Йәйләү батыры» конкурсында «Урал батыры» исеменә Баймаҡ районы егете Мәлик Вәлиев лайыҡ булып ҡыуанған. Ғаилә һәм тоғролоҡ көнөндә «Таһир һәм Зөһрә» поэмаһына нигеҙләнеп, ҡыҙҙар һәм егеттәр сығыштар әҙерләгән. Ял итеүселәр өсөн төрлө темаға фәһемле әңгәмәләр, һөйләшеүҙәр ҙә ойошторолған. Ейәнсура тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына, тәбиғәт ҡосағына экскурсияға барыу, район китапханаһында ағинәйҙәр менән осрашыу, бассейнға һыу инергә йөрөү, ырыуҙар йыйыны, киске уйын да балаларҙың күңелендә оҙаҡ һаҡланып ҡалыр, тип ышанғы килә. Балаларға «Йәйләү»ҙән онотолмаҫ тәьҫораттар алып, яңы дуҫтар табып ҡайтырға яҙһын.
Фото: Т. АМАНОВ.