Новости
16 Июль 2022, 03:00

Иғтибар - яңы штраф!

Бынан ары илдә тейешле булмаған урында машинанан сүп-сар ташлау йәки бушатыу өсөн граждандар, вазифалы кешеләр һәм компаниялар етди штрафланасаҡ. Күләмен сайтта яҙҙыҡ.

Иғтибар - яңы штраф!Иғтибар - яңы штраф!
Иғтибар - яңы штраф!

Еңел автомобилдән сүп-сар ташлаусы гражданға 10-15 мең һумлыҡ, вазифалы шәхескә - 20 - 30, юридик шәхескә 30-50 мең һумлыҡ аҡсалата яза ҡаралған.

Тыйыуҙы боҙоу ҡабаттан булһа штрафтар икеләтә артасаҡ, вазифалы һәм юридик шәхестәрҙең транспорт сараһы тартып алынасаҡ. Сүп-сарҙы йөк машинаһы менән сығарған осраҡта штраф 60-120 мең һумға етәсәк, транспортҡа конфискация янаясаҡ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас