Новости
5 Июль 2022, 13:55

Инәй-олатайҙар иғтибарына!

"Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм" программаһы буйынса маршруттар һаны арттырылды. 14 туроператор република буйынса 42 тур ойошторасаҡ, быйыл 10 мең пенсионер бушлай сәйәхәт итә аласаҡ", - тип был шәп хәбәр менән үҙенең соцселтәр сәхифәләрендә БР Башлығы Радий Хәбиров уртаҡлашты.

Инәй-олатайҙар иғтибарына!Инәй-олатайҙар иғтибарына!
Инәй-олатайҙар иғтибарына!

Программала ҡатнашыусы өсөн трансфер, страховка, маршрут буйынса экскурсиялар (8-10 сәғәт), гид-экскурсовод, медицина һәм социаль хеҙмәткәр оҙатыуы, эсәр һыу бушлай.

Сәйәхәт алдынан долголетие.соцтуризмрб.рф сайтында теркәлергә һәм үҙегеҙгә уңайлы дата, машрутты һайларға кәрәк. Район йәки ҡала хакимиәтенә лә мөрәжәғәт итергә була.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас