Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2022, 08:50

20 йыл да үтеп киткән...

2002 йылдың июль айы башы хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалған. Йәйҙең йәмле мәле, картуф утап күмәбеҙ, еләк бешкән. Социаль селтәрҙәр юҡ, "Юлдаш" радиоһы эфирында 5-6 июлдә Әбйәлилдә үтәсәк оло сара - Башҡорт йәштәре көндәренә әҙерлек тураһында көнө-төнө һөйләйҙәр.

20 йыл да үтеп киткән...
20 йыл да үтеп киткән...

 

 

2 июль иртәһе. Атайым иртәнсәк айырыуса диҡҡәт менән телевизор ҡарап ултыра. "Нимә булған?" тигән һорауға "Мишәйт итмә әле!" тип асыулы тауыш менән яуап ҡайтарҙы. Ә экранда - емереклектәр, төтөн, дикторҙың "БАЛ", "Башкирские авиалинии", "список детей уточняем" "ДиЭйчЭл", "Боденское озеро Германии" тигәне ишетелә. Фажиғә! Республикабыҙға, илебеҙгә оло ҡайғы килгән!

Башҡортостанда матәм иғлан ителде, күңел асыу саралары, шул иҫәптән "Башҡорт йәштәре көндәре"н үткәреү тыйылды. Германия күгендәге фажиғә тиҫтәләгән ғаиләгә ҡара ҡайғы килтерҙе...

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: