Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июнь 2022, 22:57

Тыуған иле өсөн һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә...

Республикала «Хәтер баҡсаһы» акцияһында 580 мең төп ағас ултыртылған. 

Был хаҡта урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов хәбәр итә.

"Акция урман хужалығы, башҡа предприятиелар хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарҙы, ирекмәндәрҙе, студенттарҙы, уҡыусыларҙы берләштерҙе. Уларҙың барыһы ла Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ағас ултыртты. Парктар, скверҙар йәшелләндерелде. Акцияла йәмғеһе 350 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Финал 22 июндә, Хәтер һәм ҡайғы көнөндә, ойошторолдо", - тине Марат Шәрәфетдинов.

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас: