Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2022, 12:20

Әй урамында юл буйындағы ҡоймаларҙы емерәләр

Баҡтиһәң "Евразия йөрәге" фестивалендә "Пицца" төркөмө солисы Сергей Приказчиков Өфө мэры Ратмир Мәүлиевтан үҙенең бала саҡта йәшәгән Әй урамындағы юл буйы ҡоймаларын алырға үтенгән. "Я там бегал вот таким маленьким, а сейчас везде заборы понастроили" - тигән артист.

Әй урамында юл буйындағы ҡоймаларҙы емерәләр
Әй урамында юл буйындағы ҡоймаларҙы емерәләр

Бөгөн яҡташыбыҙҙың үтенесе тормошҡа ашырылды.

Был ҡоймаларҙан файҙа юҡ. Улар машинаны тота алмай, авария мәлендә өлөштәре емерелеп тирә-яҙҙа оса, йәйәүлеләрҙе имгәтә. Ҡала йөҙө йәмһеҙәйеүен әйтеп тораһы юҡ. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: