Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2022, 07:00

Баҡсала алмаштырғыһыҙ ярҙамсы

Бор кислотаһы – баҡсала  алмаштырғыһыҙ ярҙамсы. Кәбеҫтә йәки ҡабаҡ япраҡтары һарғая башлаһа, теплицала помидорҙарығыҙ үҫмәй ултырһа, ҡыяр, бороста сәскәләр һирәк булһа, был препаратты иретеп һибегеҙ. 2 г бор кислотаһын 0,5 л ҡайнар һыуҙа иретеп, уға 10 литр йылымыс һыу өҫтәргә һәм йәшелсәне эшкәртергә кәрәк. Бындай эшкәртеүҙән һуң үҫемлектәр икенсе һулыш аласаҡ. Сәскәләре лә күҙгә күренеп артасаҡ.

   Был матдә ҡыярҙың уңышын да арттыра. Улар сирләгәндә бор кислотаһына аҙ ғына марганцовка һалып, япраҡтарына бөркөгөҙ.
Бор кислотаһы – иң хәүефһеҙ һаналған  дүртен­се кластағы зарарлы матдә. Шуға дозаны үҙгәртергә һис ярамай. Тупраҡта борҙың кәрәгенән артыҡ булыуы үҫемлектәргә зыянлы.
Был дарыу ҡыр­мыҫҡаны ла бөтөрә. Йомортҡа һарыһына бор кислотаһы ҡушығыҙ ҙа  улар йөрөгән урындарға һалып сығығыҙ.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: