Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2022, 12:40

Ял көнөндә һәм отпускыла ҡайҙа барырға?

Йәйгеһен Башҡортостанды тауҙарға сәйәхәт ҡылыу, мәмерйәләргә инеү һәм йылғалар буйлап ағып төшөү өсөн һайлайҙар.

Ял көнөндә һәм отпускыла ҡайҙа барырға?
Ял көнөндә һәм отпускыла ҡайҙа барырға?

Төрлө турҙар бар. Отпуск ваҡытында йәки ял көндәрендә республикала ҡайҙа барырға мөмкин булыуы хаҡында тулыраҡ ТERRA BASHKIRIA туристик сайтында белергә була: https://terrabashkiria.ru/

Шулай уҡ бөтә ил буйлап турҙарға сығырға мөмкин. Яңыраҡ Рәсәйҙә тәүге милли туристик маршруттар барлыҡҡа килде. Был статус сифатлы, уңайлы һәм хәүефһеҙ ял гарантияһы булып тора. Маршруттар ике көндән биш көнгә тиклем автомобилдә йәки башҡа транспортта үтеүе бар. Улар бер нисә ҡаланы һәм төрлө мәҙәниәт, ял программаһын үҙ эсенә ала.

Ил буйлап тағы ла тиҫтәләгән тематик маршруттар асыу күҙаллана - уларҙың тәүге бишәүһе хаҡында мәғлүмәт күрһәтелгән сайтта https://city.russia.travel/routes һәм карточкаларҙа.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: