Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2022, 07:45

Бөгөн илебеҙ тарихында иң ҡара дата билдәләнә

1941 йылдың 22 июне таңында, иртәнге сәғәт 4-тә фашистик Германия һәм уның союзниктәре һуғыш иғлан итмәйенсә Советтар Союзына һөжүм итә. Илдең сигендә урынлашҡан барлыҡ Ҡыҙыл армия частәрен немец ғәскәрҙәре атакалай. Рига, Виндава, Либава, Шауляй, Каунас, Вильнюс, Гродно, Лида, Волковыск, Брест, Кобрин, Слоним, Барановичи, Бобруйск, Житомир, Киев, Севастополь кеүек ҡалалар, СССР-ҙың тимер юл узелдары, аэродромдары, хәрби-диңгеҙ базалары һауанан бомбаға тотола, Балтик диңгеҙенән алып Карпат тауҙарына тиклем совет ғәскәрҙәренең сик буйы нығытмалары һәм дислокация райондары артиллерия һөжүменә эләгә. Шулай итеп Бөйөк Ватан һуғышы башлана.

Бөгөн илебеҙ тарихында иң ҡара дата билдәләнә
Бөгөн илебеҙ тарихында иң ҡара дата билдәләнә

Бөгөнгө Хәтер һәм ҡайғы көнөндә күңел асыуҙан тыйылып торайыҡ, һуғыш һәм тыл ҡаһармандарын иҫкә төшөрәйек, иптәштәр.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: