Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июнь 2022, 18:50

Башҡортостан буйлап «ветеринария поезы» йөрөй

Уның төп эше - бесәйҙәрҙе һәм эттәрҙе ташлама нигеҙендә стерилләү (кастрация) операцияһы үткәреү.

Башҡортостан буйлап «ветеринария поезы» йөрөй
Башҡортостан буйлап «ветеринария поезы» йөрөй

Нимә белергә кәрәк?

Стерилләү өсөн малдың физиологик йәшен белеү, йәғни йорт хайуаны тыуғандан алып 6-8 айҙан да йәш булырға тейеш түгел. Йөклө булған һәм тоҡом тыуған осраҡта - 1 ай үткәс. Операция алдынан бөтә хайуандарҙы ла 8 сәғәт дауамында ашатмай торорға кәрәк.

«Ветеринария поезы»ның һеҙҙең районға ҡасан сығыуын белгегеҙ килһә, ветеринария станцияһына шылтыратығыҙ.

Башҡортостан район станциялары менән бәйләнеш телефондары түбәндә бирелә: https://veterinary.bashkortostan.ru/about/suborg/

График буйынса «Ветеринария поезы»ның киләһе эш урындары - Благовар һәм Ҡырмыҫҡалы райондары. Карточкаларҙа ошо райондарҙағы эш ваҡытын, тораҡ пункттарҙы һәм белешмәләр өсөн бәйләнеш телефондарын ҡарағыҙ.

Башҡортостан Дәүләт ветеринария хеҙмәтенең ҡыҙыу линияһы: 8-800-77-55-828

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: