

Ҡуян алыусы балалар, күршенең көсөгө ҙурайғас, беҙҙең ҡуянды ашамаһа ярар ине, тип ҡурҡһа ла, тегеләрҙең атаһы уларҙы тынысландырған:
– Ҡуян да, көсөк тә әле бик бәләкәй. Улар бергә үҫһә, дуҫҡа әйләнәсәк.
Ысынлап та, үҫә килә был йән эйәләре бик дуҫлашҡан. Хатта бер-береһенең ояһына инеү ҙә эт менән ҡуян өсөн ғәҙәти хәл булған. Ҡыҫҡаһы, балалар ҙа, уларҙың йәнлектәре лә – бәхетле.
Бер йомала йорт ҡуянының хужалары ҡайҙалыр ҡунаҡҡа киткән. Ҡуян үҙе генә ҡалған...
Йәкшәмбелә немец овчаркаһы хужалар сәй эскәндә верандаға килеп ингән. Ауыҙында йорт ҡуяны, имеш! Тупраҡта бысранып бөткән, иң ҡурҡынысы – тере түгел.
Эт хужалары нишләргә белмәгән. Һуң, овчарка тәки ҡуянға зарар килтергән бит!
Ә эт иһә күҙ йәштәрен ағыҙып, шыңшый, ҡуянды ипләп кенә төрткөләй икән. Хужалары ҡуянды үлтергән өсөн этен туҡмап ташлаған.
Ахырҙа, үле ҡуянды йыуындырып, киптереп, кире үҙенең ояһына һалырға булғандар...
Күршеләре ҡайтҡан. Бер нисә минуттан быларға ишек шаҡығандар. Тупһала ҡото алынған ҡуян хужаһы тора.
– Ни булды? – тип һорағандар унан.
– Беҙҙең ҡуян үлде...
– Иртән генә йөрөгән кеүек инесе...
– Юҡ! Ул йома көндө үк үлгәйне. Беҙ уны күмдек. Әле ҡайтһаҡ, ояһында ята...
Эт, бахыр, йоманан бирле дуҫын эҙләп, йәкшәмбелә уны табып, соҡоп алып, хужаларына килтергән. Ҡотҡарыуҙы һорап...
Шулай, ваҡиғаның нисек булғанын белмәй тороп, ниндәйҙер ҡарар ҡабул итеүе лә дөрөҫ түгелдер...
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.