Новости
17 Июнь 2022, 15:00

Ейәнсура ҡоротон кем отор икән?

Сираттағы репост ярышын иғлан итәбеҙ. Бүләк итеп хеҙмәттәшебеҙ, журналист Гөлнур Ҡыуатованың әсәһе Гөлшат апай әҙерләгән өс килограмм ҡорот ҡуябыҙ.

Ейәнсура ҡоротон кем отор икән?Ейәнсура ҡоротон кем отор икән?
Ейәнсура ҡоротон кем отор икән?

Бындай экологик яҡтан таҙа һәм шифалы ризыҡты бер ҡайҙа ла таба алмаҫһығыҙ. Ҡорот коронавирусты еңә, организмға хәл һәм көс бирә, иммунитетты, матурлыҡты һаҡлай.

Бының өсөн:

1) "Бәйләнештә" селтәренә үтеп, гәзитебеҙ төркөмөндәге үрҙә нығытылған яҙманы дуҫтарға һөйләргә - репост эшләргә;

2) Яҙма аҫтындағы һылтанмаға үтеп, "Эйе, ҡатнашам!" йәки "Мин кәбеҫтә!" тигәнде һайларға, һылтанмаһы: https://vk.com/app7198399_-35065816#poll62ac96106a83273b8ed9a71c

3) "Йәшлек" гәзите - газета "Йэшлек" төркөмөнә ҡушылырға. Һылтанмаһы: https://vk.com/yeshlek_gazite

Дуҫтарығыҙҙы төркөмгә ҡушылырға саҡырырға кәрәк. Еңеүсе осраҡлы һайлау программаһы ярҙамында 22 июнь көнө билдәләнәсәк. Аҙаҡтан кем отҡаны күренгән видео ҡуйыласаҡ.

Еңеүсегә бик елле приз: Гөлнур Ҡыуатованың әсәһе Гөлшат апайҙан өс килограмм ҡорот тапшырыласаҡ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас