Новости
14 Июня 2022, 11:06

Ҡаҙаҡ эшҡыуарҙарына Башҡортостанда бизнес алып барыу мөмкинлеге бирелә

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһында Ҡаҙағстандың Милли палатаһы вәкилдәре менән онлайн осрашыу үтте.

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһында Ҡаҙағстандың Милли палатаһы вәкилдәре менән онлайн осрашыу үтте. Сарала инвестиция бүлеге рәйесе Адель Маҡарова сығыш яһаны. Ҡаҙағстандан Башҡортостан Конгресс-бюроһы ойошмаһы вәкиле Урал Аҙнабаев сәләмләне.

- Республикабыҙ Ҡаҙағстан менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Беҙ даими рәүештә тәжрибә уртаҡлашабыҙ, иҡтисадтың барлыҡ өлкәләрендә лә бергәләп үҫешергә тырышабыҙ. Ҡаҙағстандағы Башҡортостан Конгресс-бюроһы ярҙамында ҡаҙаҡ эшҡыуарҙарын төбәктең инвестиция потенциалы менән таныштыра алабыҙ, - тип белдерҙе Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Кәңәшмә барышында ҡатнашыусыларға Башҡортостанда бизнес алып барыу өсөн мөмкинлектәр һәм өҫтөнлөктәр, дәүләт ярҙам саралары тәҡдим ителде.

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас