Новости
13 Июнь 2022, 16:10

Өфө шатлыҡ, ижад һәм дуҫлыҡ урыны булһын!

Радий Хәбиров баш ҡалабыҙҙың символы хаҡында һөйләне

— Был — Өфө һыуһары, ихлас һәм күңелсәк йәнлек. 

Яратҡан ҡалабыҙҙың символы, һыуһар беҙгә ҙур байрамдарға әҙерлек һәм Өфөләге төҙөлөштәр тураһында һөйләйәсәк, ҡунаҡтарҙы ҡаршы аласаҡ һәм оҙатасаҡ. 

Өфөнөң юбилейына бик күп илдән ҡунаҡтар киләсәк, баш ҡаланы һәм республиканы һәйбәт итеп әҙерләргә кәрәк. Артабан да барыһын да тәртиптә тоторға кәрәк булыр. 

Өфө — баш ҡала ғына түгел. Ул республика халҡының иң төп, иң яҡын һәм иң ҡәҙерле мегаполисы. Бында яҡшы һөнәр алыу өсөн шәп вуздар бар. Һуңғы ваҡытта Өфөлә заманса йәмәғәт киңлектәре булдырыла. Киләсәктә улар тағы ла күберәк булыр.

Тик Өфөлә генә ҡаланан сыҡмайынса сноубордта йөрөргә, йылғала йөҙөргә, урманда саф һауа һуларға мөмкин. Бындай мөмкинлек тағы ҡайҙа бар? Беҙ йыш ҡына ҡаланың етешһеҙлектәрен күреп, ризаһыҙлыҡ белдерәбеҙ, әммә беҙ быны Өфөнө яратып, тәртип булдырыу өсөн генә эшләйбеҙ.

Өфөнө шатлыҡ, ижад һәм дуҫлыҡ урыны итеү өсөн, әйҙәгеҙ, бергәләп тырышайыҡ. Мин күп ҡалала булдым һәм ышаныс менән әйтә алам: Өфө — матур! Һәм тағы ла матурыраҡ буласаҡ! — тип яҙған социаль селтәрҙә Радий Хәбиров.

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас