

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәбир Аралбаев Севастополдә һәләк булған моряктарға асылған һәйкәл янында ҡурайҙа уйнаны.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ағзаһы көйҙө тыуған ере өсөн башын һалған хәрбиҙәргә арнаны.
Әлеге ваҡытта музыканттар «Уртаҡ йортобоҙ — Рәсәй» турнеһын дауам итә. Улар 9-13 июндә Ялта, Евпатория, Белогорск һәм Симферополь ҡалаларында сығыш яһай. Гастролдәр Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арнала.