

Ул Учалы районы Бөйҙө ҡасабаһында тыуып үҫкән. Тәүҙә Учалы музыка колледжында уҡыған, һуңынан Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Өйләнгән, тормош иптәше менән ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Әлим ижад юлын Башҡорт дәүләт филармонияһында башлай, 2009 йылдан – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы.
Һүҙ – юбилярға:
“Мин ауылда ябай эшселәр ғаиләһендә тыуып үҫтем, йыр-моңдо яратыуым оло ижад юлына сығарҙы һәм бөгөнгө көндә операларҙа йырлайым. Мин опера театры сәхнәһенә “Севильский цирюльник” операһында граф Альмавива партияһы менән күтәрелдем. Һуңынан П.Чайковскийҙың “Евгений Онегин” операһында Ленский, һуңынан Г.Доницеттиның «Любовный напиток» әҫәрендә – Неморино, Ж.Бизеның “Искатели жемчуга” операһында Нәҙир, И.Штраустың “Летучая мышь” операһында – Альфред, С.Низаметдиновтың “Ай тотолған төндә” операһында Аҡйегет, З.Исмәғилевтың “Ҡоҙаса” комедияһында – Басир, “Салауат Юлаев” операһында Бохайыр һ.б. ролдәрҙе уйнаным. Дөйөм алғанда, 20-нән ашыу партия башҡарҙым. Опера йырсыһы булһам да, эстраданы ла онотмайым. Репертуарымда халыҡ йырҙары һәм заманса йырҙар ҙа урын алған. Күңелем менән мин бөгөн дә - ауыл малайы, тыуған ауылымды, уның кешеләрен, тау-урмандарын яратам. Йыр-моңһоҙ тора алмайым, һайлаған һөнәремде яратам, һәр яңы партия, һәр яңы йыр мине ҡанатландыра. Ял ваҡыттарында ғаиләм менән сәйәхәт итергә яратам. Ғөмүмән, күңелемде илһамландырған шөғөлдәр табырға, изге күңелле кешеләр менән аралашырға яратам. Яҙмышымдан бәхетлемен, тип уйлайым һәм ошо бәрәкәттәрҙе биргән Хоҙайыма мең рәхмәтлемен”.