Новости
30 Май 2022, 05:54

Рәсәй эшҡыуарлығы көнөнә арнап

Республикабыҙҙа  Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллин муниципаль берәмектәрҙәге йәмәғәт ярҙамсылары һәм pro bono эксперттары менән эш осрашыуы үткәрҙе. Был сара Рәсәй эшҡыуарлығы көнөнә арналды.

Рәсәй эшҡыуарлығы көнөнә арнапРәсәй эшҡыуарлығы көнөнә арнап
Рәсәй эшҡыуарлығы көнөнә арнап

Бында ҡатнашыусылар әлеге йылдың биш  айында төбәк эшҡыуарҙарының хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса уртаҡ эшмәкәрлек йомғаҡтарын тикшерҙе. Әйткәндәй, республикабыҙ ҡала һәм райондарында 75 йәмәғәт ярҙамсыһы эшләй. Улар 127 тапҡыр ҡабул итеү ойошторған, эшҡыуарлыҡты яҡлау мәсьәләләре буйынса 200-ҙән ашыу консультация, 9 уҡытыу сараһы үткәрелгән.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас