Новости
28 Май 2022, 14:46

Донбасстан мәжбүри күсенеүселәр рәхмәт әйтте!

Бөгөн Өфөгә Рәсәйҙең граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министр урынбаҫары Александр Чуприян килде.

Ул Радий Хәбиров менән бергә Донбасстан килгән мәжбүри күсенеүселәр йәшәгән «Связист» профилакторийын ҡараны. Бер ай элек унда 209 кеше урынлаштырылғайны.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Александр Чуприян мәжбүри күсенеүселәр менән аралашты, йәшәү шарттары менән танышты. Донбасстан күсенеүселәр Радий Хәбировҡа балаларҙы мәктәптә урынлаштырыуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. 

– Беҙҙең белгестәр уларға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә – табиптар эшләй, Күп функциялы үҙәктәрҙә документтарын теүәлләйҙәр. Республика халҡы, ирекмәндәр ҙә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, – тине Радий Хабиров. 

Радий Хәбиров һәм Александр Чуприян халыҡ менән аралашҡас, Луганскиҙан килгән Илона Кухаришинаны 15 йәше менән ҡотларға ла өлгөрҙө.

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас