Сәғиҙулла Исмәғил улы Байегетов 1974 йылдың 3 апрелендә Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында тыуған. Урта мәктәптә уҡыған саҡта музыка мәктәбенең ҡурай класында шөғөлләнә.
Артабан Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай класында белемен камиллаштыра (етәксеһе Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Ришат Рәхимов) (1989—1993). 1993—1997 йылдарҙа Сибай педагогия институтының музыка факультетында белем ала. 1994 йылдың февраль айынан Сибай дәүләт филармонияһына курайсы — солист булып эшкә алына. Шул уҡ йылда «Йәш башҡарыусылар» конкурсы лауреаты исеменә лайыҡ була.
1995 йылда «Арҡайым» төркөмө менән берлектә «Урал моңо — 1995» халыҡ-ара конкурсында лауреат исеменә лайыҡ була. 1996 йылда Сибай ҡалаһында үткәрелгән төбәк-ара «Ирәндек моңдары» конкурсы лауреаты, ә 1998 йылда «Йыл актёры» номинацияһында еңеүсе тип табыла (Өфө)[2].
1997 йылда М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә саҡырыла һәм бөгөнгө көнгә тиклем ошо театрҙа хеҙмәт итә. Бер үк ваҡытта (1998 йылға тиклем) Өфө сәнғәт институтының ике бүлегендә (башҡорт фольклоры һәм театр) уҡый. Рәсәй академия театрының сәнғәте (РАТИ ГИТИС) институтының продюсерлыҡ факультетын тамамлай (2009)
Юлай Кәримов фотоһы.