Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Февраль 2022, 21:02

Алтмыш мәҙәниәт хеҙмәткәренә 500 мең һум аҡса!

Был хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һөйләне.

2021 йылда «АРТ-Ҡоролтай» форумында Радий Хәбиров ауыл мәҙәниәт учреждениеларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә грант булдырырға тәҡдим иткәйне. Күп тә үтмәй, был тәҡдим ысынбарлыҡҡа әйләнде. Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тәүге һөҙөмтәләр тураһында һөйләне.

– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров илдә тәүгеләрҙән булып ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн грант булдырҙы. Был маҡсатта 30 миллион һум аҡса бүленде. Бөгөн республикабыҙҙың 49 район һәм ҡалаһынан алтмыш белгес 500-шәр мең һум аҡсалата ярҙам алды. Уларҙың күбеһе – йәш ғаиләләр.

Гранттың шарттарына килгәндә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре был урында биш йыл эшләргә тейеш. Улар артабанда ла үҙ эшенә тоғро булыр, арнар үҙҙәрен мәҙәниәткә арнар тип ышанам, – тип белдерҙе Әминә Шафиҡова.

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас: