Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар 2022, 17:51

Рәшит Шәкүр - башҡорттоң рухи, ижтимағи, сәйәси йөҙө

Бөгөн Бөтә донъя башҡортары ҡоролтайында күркәм байрам тантанаһы уҙҙы: 85 йәшенә аяҡ баҫҡан аҡһаҡалыбыҙ, күренекле шағир һәм ғалим, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәшит Закир улы Шәкүровты тәбрикләнеләр. 

 Олуғ шәхестең Башҡортостан һәм башҡорт халҡы өсөн башҡарған эштәре баһалап бөткөһөҙ. Ҡыҙыҡлы факттар ҙа бар. Мәҫәлән, республикбыҙҙың рәсми гимнының һәм  бөгөн йәштәр араһында бик популяр булған “Мин башҡортса һөйләшәм” йырының авторы ла – тап Рәшит Шәкүр. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты, Аҡһаҡалдар ҡоро ағзалары, Стәрлетамаҡ районынан килгән яҡташтары ҡатнашты, Рәшит Закир улына иң изге теләктәрен еткерҙе.Рәшит ағай Шәкүр ҙә уй-теләктәре менән бүлеште: “...Йәштәргә әйтер һүҙем бар: матур итеп йәшәһендәр, барлыҡ мөмкинлектәрҙе файҙалаһындар, эшләһендәр, уңышҡа өлгәшһендәр. ...Заманында “халҡым бәхетле булһа, мин дә бәхетлемен” тип яҙғайным. Шуға өҫтәп бөгөн шуны әйтәм: халҡым һәм ғаиләм, туғандарым бәхетле булһа, мин дә бәхетле. ...Тәбиғәтем менән тәбиғәт балаһымын. Йылға-күлдәрҙе, урман-яландарҙы яратыуымыңдың сәбәбе ошонда. Шуға ла Талҡаҫ күлен ҡолас ташлап йөҙөп сыҡтым, Ағиҙелде лә үттем, диңгеҙгә барғанда иһә икһеҙ-сикһеҙ даръяны буйланым. Тормош та шул даръя ише – ул һыуҙы йөҙөп үтеү менән бер.  ...Һәр беребеҙҙең ғүмере  - Ҡояш әйләнеше кеүек. Беҙгә Хоҙай Тәғәлә ошо ғүмерҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә ҡушҡан һәм шулай насип итһен дә. ...Мине хәҙер иң ҡыуандырғаны балаларым, ейәндәрем. Аллаһы Тәғәлә үҙемә, ғаиләмә, яҡындарыма, дуҫтарыма, күршеләремә, таныштарыма, халҡыма, милләтемә – һәммәһенә лә именлек насип итһен тип теләйем”, - тип мөрәжәғәт итте. Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, райондың мәғариф бүлеге начальнигы Эльвера Иманғолова бер аҙ шаяртып та алды: “Рәшит ағай Шәкүрҙе әлшәйҙәр, стәрлетамаҡтар, ауырғазылар үҙ яҡташы тип иҫәпләй. Мәгәр беҙ оҙаҡ уйлап торманыҡ, бүләктәребеҙҙе алдыҡ та, иң беренсе булып килеп еттек”, - тине һәм ысын күңелдән ҡотлауҙар еткерҙе, тыуған яҡ сәләмен еткерҙе.   Рәшит Шәкүр  19 йәшендә нефть техникумын тамамлап, промыслала оператор булып хеҙмәт юлын башлаған. Скважинанан скважинаға йөрөгәндә ул тирә-яҡ тәбиғәт менән һоҡлана, илһамлы күңелендә сағыштырыуҙар һәм образдар  шиғырҙар  булып тыуа. Артабан был шиғриәт менән профессиональ шөғөлләнеүгә, тел серҙәрен һәм уның сикһеҙ мөмкинлектәрен, бөйөк һүҙ оҫталарының әҙәби ижадын ғилми өйрәнеүгә килтерә.  Рәшит Закир улы  Башҡорт дәүләт университетын, СССР Фәндәр академияһының Тел ғилеме институты аспирантураһын тамамлаған, кандидатлыҡ, һуңынан докторлыҡ диссертацияһын яҡлаған. Республика гәзитендә әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр, “Башҡортостан энциклопедияһы” ғилми нәшриәте директоры булып эшләй. Уның редакцияһында “Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия” сыҡты, ул шулай уҡ алты томлыҡ “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” авторҙарының береһе.Рәшит Закир улы күп йылдар топонимика фәнен дә өйрәнгән ғалим, уның туранан-тура ҡатнашлығында республиканың топонимик һүҙлеге сығарылды. Әммә фән менән шөғөлләнеү уның тормошонан әҙәбиәтте, шиғриәтте ҡыҫырыҡлап сығармаған. “Йөрәгемдә — ҡояш” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1970 йылда донъя күргән. Шиғырҙарында, поэмаларында һәм йырҙарында ул халҡының героик үткәре өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисереүен сағылдыра. Рәшит Шәкүр бөйөк башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Аҡмулланың ижадын һәм тормошон өйрәнеүгә күп йылдар арнаған, уның тураһында монографиялар сығарған. Хаҡлы рәүештә ул Аҡмулла исемендәге премияның беренсе лауреаты булған шәхес.  Һүҙебеҙҙе бөйөк башҡорт шағиры Рауил  Бикбаевтың замандашы һәм рухташы тураһында бынан бер нисә йыл элек әйткән һүҙҙәре менән тамамлағы килә: “Рәшит Закир улы Шәкүров – башҡорттоң рухи, ижтимағи, сәйәси донъяһында бик билдәле, икеләнмәйенсә әйтергә мөмкин, атаҡлы шәхес. Уның төрлө тармаҡтарҙағы уңыштары бихисап: танылған шағир, бик үҙенсәлекле тел ғалимы-топонимист, ҙур журналист, “Башҡорт энциклопедияһы” тигән ғәйәт ҡатмарлы донъяны барлыҡҡа килтергән колоссаль хеҙмәт авторы, уҙған быуаттың 80-90-сы йылдарында Башҡорт¬остан Республикаһының киләсәк яҙмышын хәл итер өсөн көрәшеүсе, “Урал” башҡорт халыҡ үҙәгенең эшмәкәрлеген ойоштороу¬сы, яңы башҡорт йыйындарының йүнә-лештәрен һәм талаптарын билдәләүсе төп сәйәсмәндәребеҙҙең береһе — арҙаҡлы ил ағаһының күп яҡлы эшмәкәрлеге бының менән генә сикләнмәй, әлбиттә.Тормош һәм хеҙмәт юлындағы ҡаҙаныштары был ҡаһарман шәхесте ҡолас йәйеп кенә ҡаршы алманы. Әҙәбиәтсе-ғалим булырға хыялланған йәш кешенең аспирантураға юлын бик ныҡ бикләп ҡуйҙылар. Артабан да ҡаршы¬лыҡтар күп булды, ләкин ҡаушап ҡалманы, бөтә зиһенен, көсөн һәм ихтыярын егеп, алға барыуын дауам итте һәм ҡуйған маҡсатына өлгәшмәй туҡтаманы”.

Г. Балтабаева.

Автор:Приемная Комиссия
Читайте нас: