Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2021, 14:05

«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәтендә навигация осорона әҙерләнеү тамамланды

«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәтендә катерҙар һәм кесе күләмле суднолар навигацияһы осорон асыу күҙалланғайны. Һәм бына, ниһайәт навигация осорона әҙерләү ҙә тамамланды.

Йөҙөү сараларын эксплуатациялауҙы акционерҙар йәмғиәтенең филиалы- аварияларҙы иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса махсуслаштырылған идаралығы үҙ өҫтөнә алған.
Нефтселәр өсөн йөҙөү сараларын ҡулланыу киң спектрлы эштәрҙе башҡарыу мөмкинлеген бирә: һыу өҫтөндәге нефтте йыйыу, һөйрәргә, хеҙмәткәрҙәрҙе кәрәк урынға алып барыу, төрлө ҡорамалдарҙы урынына еткереү,водолаздар ҡатнашлығында 10 метрға тиклемге тәрәнлектә эштәрҙе башҡарыу. Шулай уҡ, кесе күләмле суднолар магистраль нефть үткәргестәрҙең һыу аҫты үткәүеле аварияларын бөтөрөү буйынса уҡыу-күнекмә дәрестәре,команда-штаб уҡыуҙарын ойошторорға ярҙам итә.
Катерҙар махсус йыһазландырылған күҙәтеү пунктында дежурство алып бара. Улар Башҡортостандың ҙур һыу артерияһы – Ағиҙел һәм Өфө йылғалары магистраль нефть үткәргестәре һыу аҫты үткәүелдәрен тикшереп торалар.
Йөҙөү саралары даими рәүештә бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан тикшерелеп тора. Техник тикшереү барышында ҡотҡарыу баллоны, медицина аптечкаһы, биҙрә менән сүмес, ут һүндергес, сигнал саралары кеүек мөһим әйберҙәр ҡаралды. Ҡотҡарыу сараларының булыуы һәм яҡшы эшләүе раҫланды, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр махсус медицина күҙәтеүе үтте.
Читайте нас: