Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Май 2021, 14:05

Шәфҡәтлелек уларҙың йөрәгендә

Бөйөк еңеүҙең 76 йыллығына “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте Ватан һуғышы яугирҙәре һәйкәлдәрен ремонтлау һәм урынлаштырыуҙа ярҙам күрһәтте. Был Транснефть-Урал акционерҙар йәмғиәтенең шәфҡәтлелек эшмәкәрлегенең иң мөһим өлөшө булып тора. Черкассы һәм Арлан нефть үткәргестәр идаралығы Башҡортостан республикаһының Нөрлө, Оло Теләк,Күтәрем ауылдарындағы һәйкәлдәрҙе төҙөкләндерҙе. Уларҙан әлбиттә, икенсе региондағы коллегалары ла ҡалышманы. Мәҫәлән,Силәбе нефть үткәргестәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре Хәтер скверындағы газондарҙы һәм йәшелләндерелегән урындарҙы тәртипкә килтерҙе. Шулай уҡ ирекмәндәр тарафынан Этҡол ауылындағы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары һәйкәлдәрен ремонтлауҙа ярҙам күрһәтте. Байрам алдынан һәр урамды рәткә килтереп, ҡоймаларҙы буяу,аҡлау,бағаналарҙы нығытыу буйынса эштәр алып барҙы.
Ҡурған өлкәләрендә урынлашҡан «Транснефть – Урал» йәмғиәте подразделениеларының ирекмәндәре «Еңеү” аллеяһына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға арналған обелисктар эргәһенә- йүкә, каштан, кедр ағастарын ултыртты. Был акцияла урындағы халыҡ, төрлө предприятиелар хеҙмәткәрҙәре, пенсионерҙар ҡатнашты.
Еңеүҙең 76 йыллығын билдәләгән йылда “Транснефть- Урал” акционерҙар йәмғиәте тарафынан 10-дан ашыу һәйкәл һәм мемориаль комплекстар тәртипкә килтерелһә, Бөйөк Еңеү байрамында иһә, бар һәйкәлдәргә лә сәскәләр һалынды. Шулай уҡ предприятинеың элекке хеҙмәткәрҙәре- һуғышта ҡатнашҡан һәм тыл хеҙмәтсәндәренә ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны , бүләктәр бирелде.
“Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте ирекмәндәре пенсионерҙарҙың хәлен белеште, төрлө яҡлап ярҙам күрһәтте. Йәш белгестәр ҙә был акцияларҙан ситтә тороп ҡалманы, улар Силәбе өлкәһенең бер-нисә ауылдарында уҡыусылар өсөн һуғышта ҡатнашыусы ауылдаштары тураһында асыҡ дәрестәр үткәрҙе
Читайте нас: