Уйһыҙ-ниһеҙ йөрөгән һымаҡ тойолһа ла, был малайҙан кеше сыға ул, тиеүҙәре лә, яйлап, шулай булырға тейештер ҙә, тигән ышанысҡа төйнәлә. Ғәзиз өләсәһе үҙе китер алдынан, хәйерҙе Мөнир таратыр, тип әйтеп ҡалдыра. 11 йәшлек кенә малай ояла-һыҙлана ауылдаштарына биш тинлектәрҙе хәйер итеп өләшкәндә киләсәктә инде халҡына донъя түңәрәген әйләнә-әйләнә рухи аҙыҡ тәмләтерен күҙ алдына килтермәй әле.
Шулай ҙа бәләкәстән яҙыусы булырымды белдем, шуға һис тә бер икеләнмәй инанып үҫтем, ти үҙе. Ҡыҙыҡ, эш менән булғанда ла, һарай башында йәшел бесән өҫтөнә ятып, күктән йондоҙ һанағанда ла, ике малай – Венер ағаһы менән Мөнир уҡыған әҫәрҙәре хаҡында һөйләшә. Герой ни эшләп һикелә ятҡан йә ни өсөн ҡулына шуны тотоп алған, тип һәр деталгә иғтибар итеп, образ аша бирелгән кинәйәне эҙләп уйнайҙар. Шулай итмәһә, киләһе хәрәкәте нисегерәк булыр ине, холҡона был ҡылығы тап киләме… Шул мәлдәрҙә ағаһы арҡаһында символдарға иғтибар итергә ынтыла, ҡош телен төшөнә башлай. Заман теле менән әйткәндә, был көндән-көн ҡабатланған көтөү юлындағы инсайттар киләсәктә яҙыусының “Ҡартайған ҡояш аҫтында” (уныһы ла “Шаҡмаҡ ҡояш”), “Кешелеккә тоғролоҡ” хаҡына, “Инстинкт, йәки Күктә йондоҙҙар болара” тигән мәлдәрҙә лә, “Тәңре өрөк ҡапҡанда”, йә ҡаба яҙғанда, “Соҡор”ҙа (ярай әле “Люксембургка барып ҡайтҡансы” түгел), йә “Изи-пизи, лимон сквизи” тигәнсе, йә “Йөҙөп барған, ти, аттар диңгеҙҙә” тип булмағанды булдырырҙай итеп уйланыу-тәҡрарлау минуттарында ғәмле бер тормош йырҙаһын тыуҙырыуын, шуға кешеләрҙе лә ышандырыу юлында яҙғандары киң һәм тәрән ижад йылғаһын тәшкил итеүен күрәҙәләтә алғандыр ҙа, бәлки, тик үҙе хасил итәсәк параллель донъяның тәьҫир көсөн самалата алдымы икән?
Халыҡсан тел, тормошсан образдар, ауыл ҡарттарының кинәйәһен хәтерләткән ихлас фәлсәфә һәм көтөлмәгәнлек эффекты – Мөнир Ҡунафиндың ҡәләмен ҡөҙрәтле иткән таяуҙар ул. Ниндәйҙер аҡыл эйәһенең: “Халыҡтың бығаса быуаттар дауамында туплаған аҡылын тағы ла көсәйтә, баҙығайта алыусы ғына ысын ижадсы ул”, – тигән һүҙҙәре иҫкә төшә.
11 йәшендә үҙен инәғоштай ҡурсалап үҫтергән өләсәһе фанилыҡтан уҙғас, Сафиулла олатаһы уны үҙенә алып ҡайта. Ҡатмарлы тормош юлын үткән аҡһаҡал янында Мөнир ике йыл йәшәй. Олатаһы уны “малай” тип йөрөтә. Ҡышҡы моңһоу кистәрҙе икәү генә ҡыҫҡартҡанда бабай йәш саҡтарын иҫкә ала, һуғыш тураһында һөйләй, уның кисергәндәрен малай кеше кинолағылай күҙ алдына баҫтырып тыңлай, хәтеренә һеңдерә. Һөйләп ултырып-ултырып, мейес йылыһына ойоп та китә олатаһы. Шул арала малайы, форсаттан файҙаланып, йәһәт кенә өйгә эштәрен хәстәрләй. Бер сама ваҡыт үтеүгә бабай, төш күрепме, тертләп уянып китә лә, һөйләп ултырған тарихын ҡайһы ерендә йоҡоһо өҙгән, тап шул ерҙән дауам итеп алып китә. Мөнир ҡайтыуға таба икмәктәре бешерә, аш йүнләй, йыртылған йә тишелгән салбарҙарын да ямап ҡуя, нисек тә генә ҡәҙер итергә тырыша ейәнен. Олатай менән ни тиклем генә ҡыҙыҡ булмаһын, бала-саға тауышынан гөрләп торған атай йорто ла һағындыра, ҡайһы саҡ шуға ҡасып та китә. Тик оҙаҡламай, малай, нишләйһең, әйҙә, ҡайтайыҡ, тип олатаһы артынан килеп тә етә. Малайҙың ҡайтҡыһы килмәй, әсәһенә ҡарай. Оло һүҙен закон итеп өйрәнгән инәкәйе ни тиһен, яратҡан улына “ҡал” тип өндәшергә ҡыймай, йылмайып ҡына ҡуя. Бармай ҙа ярамай, ауыр һуғыштың ут-ғәрәсәтен үҙендә кисергән олатаһы йоҡоһонда баҫлыҡһа, уятырға тейеш бит ул. Ул йылдары туғандары менән уйын әҙ эләгеүгә күрә, олатаһының аҡыл һандығы, күңел хазинаһы мираҫҡа тап уға тәтей.
Биш-алты йәштәрҙә булғандыр, йәйге селләлә сәсрәп ауырып китә Мөнир. Әсәһе ни хәл итһен, законды боҙа алмай, ни тиклем улы өсөн борсолһа ла, уны апайҙарына ҡалдырып, сөгөлдөр баҫыуына эшкә йөрөй. Тәҙрәгә ҡарап ятҡан малай ҡояштың йәнһүрәттәге шикелле бер йылмайып, бер асыуланғанына аптырай. Тәне уттай яна. Һушы юйыла яҙған ҡустыһын апаһы күтәреп дауаханаға алып барып өлгөрә, сиккә еткән баланың ғүмерен һаҡлап ҡала алыуҙы табиптар мөғжизәгә тиңләй ул саҡта. Ә балниста ятҡан әбей-бабайҙар һөймәлекле баланы яратып туймай. Улың үлгән шикелле, тигән хәбәрҙән әсә йөрәге нисек ярылмағандыр, насибы булғас, терелеп киткән бит бәләкәсе. Үҙе теремек кенә булһа ла, кәүҙәгә ҡусты-һеңлеләренән ҡайтышыраҡ булып ҡалғас, күрше Мәрүә әбейе, Юнир һине буйға үтеп бара лаһа, башына быйма менән һуҡ, тип шаярта. Юҡ, һуҡмайым, туғаным бит, ти Мөнир. Инде нисә йыл дауамында туған йәнле булып ҡала ул, ҡәҙерле инәкәйен, туғандарын ҡайғыртып йәшәй. Улай ғына түгел, уҡыған, эшләгән ерҙәрендә лә һәр ваҡыт кешеләрҙе бер ҡорға туплау, бергәлек тойғоһон нығытыу һәләте менән дә айырылып тора ижадсы.
“Атҡа мендереү” тигәндән, ғүмер буйы ауылда уҡытыусы булған Фаҙилә әбейе лә уны, был малай ҙур кеше була ул, тип күтәреп һөйөп йөрөтөр була. Бына шулай, ата-инәһе, олатай-өләсәйҙәре, инәй-бабайҙары күмәкләп уны, яҙыусы була, тип, ҙур кеше була, тип инселәп үҫтерә. Берәй ере килешмәй китеп, шелтә-фәлән эләкһә инде ул ошолайыраҡ яңғырай: аһ, ағайың шундай ҙур кеше (атаһының бер туған ҡустыһы, ғалим, профессор Ғиниәт Ҡунафин хаҡында һүҙ бара), ә һин?! Шундай ҙа дан ағаһының йөҙөнә нисек ҡыҙыллыҡ килтереп торһон ти ул, тырыша. Ғиниәт ағалары Ҡунафиндарҙың барыһы өсөн дә ысын мәғәнәһендә маяҡ була. Үҫкән саҡта өйҙәрендә, барығыҙ ҙа мотлаҡ юғары белем аласаҡһығыҙ, тигән яҙылмаған фарманмы ул, ышаныс тиәйекме, хөкөм һөрә. Ғүмер буйы трактор йөрөткән аталары үтә лә уҡымышлы, зиһенле була, уҡыу ғына эләкмәй үҙенә. Һуғыштан һуңғы йылдар совет мәктәптәрендә уҡытыу түләүлегә әйләнеп китә. Мөнирҙең атаһы Сәхиулла класҡа инеп-инеп ултырып ҡараған, ҡыуалап сығарып торғандар, ғаиләнең аҡсаһы Фәриха апаһына ғына түләргә еткән шул. Аталары Дан ордены кавалеры булғас, уларға уҡыу бушлай тейеш булған да бит, аңлатыусыһы булмаған шул. Уҡыу эләкмәһә лә, армиянан руссаһын да яҡшы өйрәнеп ҡайтҡан Сәхиулла ағай, ауыл кешеләре ғариза-фәләнде лә унан яҙҙыртып алған, дөкәмит тултырырға ла уға мөрәжәғәт иткән, бына шулай грамоталы тракторсы булған ул. Күп уҡыған, ниндәй генә гәзит-журнал алдырмаған. Ауыр эш үҙәгенә үткәндер инде, балаларымды кеше итәм, тип нәҙер әйткән. “Бер көн атайым эштән ныҡ итеп өшөп ҡайтҡан. Шунда, туңған ҡулдары менән башын тотоп, сырсам бөтһә бөтһөн, балаларымды уҡытам, тигәнен үҙем дә хәтерләйем”, – ти Мөнир Сәхиулла улы. Һүҙендә торған да! Бөгөн Мөнир менән бер ояла буй еткергән алты баланың барыһы ла юғары белем алып, яуаплы урындарҙа эшләй. Һәр береһенең намыҫлы хеҙмәтенә күрә хөрмәте лә бар. Һәммәһе төрлө дәүләт наградаһына, юғары исемгә лайыҡ икән, тимәк, ата-әсәһенең тырышлығы юҡҡа китмәгән, йөҙҙәре яҡты.
Иңенә ышаныс ҡанаты тағылған “һыбайлы” егет бала саҡтан яҙыусы ғына түгел, журналист та булам, ти. Әсәләре бәләкәстәрен теҙеп һалып әҙәби әҫәрҙәр уҡый, бер көн Зәйнәб Биишеваның “Партизан малайы”ның мажаралары артынан эйәрһәләр, икенсе кистә Фәүзиә Рәхимғолованың әҫәрендәге етем ҡыҙ өсөн янып көйәләр. Өйгә эште инде буласаҡ яҙыусы күберәк өҫтәл аҫтында эшләй, өҫтәл өҫтө ағаһы, апайҙарының биләмәһе була. Мәктәптә иһә парталашы Нияз менән ярышып, парта аҫтына йәшереп китап уҡыйҙар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уҡыуы һәр саҡ яҡшы була, бигерәк тә математика еңел бирелә. Дүртенсе кластан алып шиғырҙар яҙа башлай, балалар баҫмаларына ла ебәрергә ҡыйыулығы етә. “Бер сафта” тигән тәүге шиғыры “Башҡортостан пионеры” гәзитендә баҫылып сыҡҡан көндө мәктәпкә китеп барғанда кисергәндәре ҡыҙыҡ. Өс строфалыҡ шиғырҙың аҙаҡҡы ике юлы ғына үҙенеке булыуын күреп, шиғыры сығыу ваҡиғаһын, шатлыҡтан бигерәк, борсолоп ҡаршы ала. Барыһы ла инде уҡығандыр ҙа, аҙаҡҡы юлдарын ғына ҡалдырып, мөхәррирләп сығарғандарын беләләрҙер, тип уйлай, шул хәлдән үҙен сикһеҙ уңайһыҙ тоя. Шулай ҙа ул саҡтарҙа балалар һәм үҫмерҙәр гәзитендә эшләгән Зөһрә Ҡотлогилдина, Венер Йәнбәковтарҙың, һиндә өмөт бар, күберәк шиғырҙар уҡы, йышыраҡ яҙ, тигән, ышаныс ҡанатын һындырырға бирмәгән аяулы хаттары үҙ эшен эшләй бит. Ысынлап та, күберәк уҡый, яҙа, ҡәләме шымара.
Булыр илдең балаһы бер-береһенә батыр тиер, бөлөр илдең балаһы бер-береһенә бахыр тиер… Батыр тип, булдыраһың, тип атҡа мендереүселәр юлында, шөкөр, осрап тора. Беренсе республика интернат-мәктәбендә лә тәрбиәсеһе Фәүзәнә Ҡыям ҡыҙы Ҡолшәрипова, уҡып йөрөгән класынан математика синыфына күсһә лә, ылығып китә алмай йөрөгән егетте, һинән Софья Ковалевская сыҡмаҫ, ә бына шәп яҙыусы сығыуы бар, ҡайт кире үҙебеҙҙең класҡа, тип кире күсереп ала. Ә инде аҙаҡ, БДУ-ға инеп ҡайтып, һөйөнсөләгәс, өйҙәгеләр бер ҙә күккә күтәреп маҡтамай, беренсе интернат-мәктәптә уҡып, һин дә инмәгәс, кем инә, тип кенә ҡуялар. Битарафлыҡтан түгел, ышаныстан, ышаныс белдерелгән икән, аҡлауы тәбиғи, тип ҡабул итеүҙән был, халҡыбыҙҙың холҡо, булмышы шулай бит.
Шиғриәттә иркен йөҙөп, бер нисә китап сығарып өлгөрһә лә, ҡасан да прозаға тотонорон да белеп йөрөй яҙыусы. Эйе, бала саҡта хыял иткәнсә, Ноғман Мусин ише урман хужаһы булып эшләп тә йөрөрмөн, яҙышырмын, тип юрауы юш килмәй. Журналистика урманын үҫтерә. Бишенсе курста уҡығанында ул саҡта гөрләп торған “Йәшлек” гәзитенә курсташы Артур Дәүләтбәков менән бергә килеп урынлашып, эш башлайҙар. Башта мәҙәниәт, һуңынан спорт бүлеген алып бара, урынбаҫар ҙа була. Ул саҡта мөхәррир урынбаҫары булған Рәшиҙә Мәһәҙиеваны, журналистикаға алып инде, яҙырға өйрәтте, тип йылы һүҙҙәр менән телгә ала. Спорт хаҡында яҙыу, спорт сараларына йөрөп, төрлө хәл-ваҡиға аша үтеү ауыл егетен ҡыйыулыҡҡа өйрәтә, үҙе бер тормош мәктәбе була. “Шоңҡар” журналына баш мөхәррир булып килгәс, баҫманы өр-яңы бейеклеккә күтәрә Ҡунафин, матур коллектив туплай. Журналистика менән йәнәш ижад та һәр ваҡыт бергә бара. Башҡорт прозаһына яңы һулыш алып килгән әҫәрҙәре аша уҡыусыһын тормошҡа күнегелмәгән, көтөлмәгән күҙлек аша ҡаратып, катарсис кисерергә мәжбүр иткән авторҙың әҙәбиәттең флагманын билдәләгән олпат “Ағиҙел”де етәкләүе лә осраҡлы күренеш түгел. Мөнир Ҡунафин баш мөхәррир булып килгәс, инде йөҙ йыл дауамында тиерлек бер форматта, бер стилдә баҫылып килгән классик журнал яңы һулыш алды, күлдәген генә түгел, йөкмәткеһен дә яңыртты.
Әҫәрҙәрендә һәр ваҡыт көтөлмәгәнсә, әммә иҫ киткес ғәҙел аҙымдар яһай уның геройҙары. Шуға ла уҡыусыһы уға ышана һәм унан һәр саҡ яңылыҡ көтә. “Бәйләнештә” селтәрендә Мөнир Ҡунафиндың ижадына арналған “Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын” тигән төркөмдә яҙыусы Сәрүәр Сурина: “Мөнирҙән һәр ваҡыт яңы һүҙ көтәм – яңы ҡараш, яңы боролош – Ҡояшлы яҡҡа әйҙәүсе ҡараш!” – тип яҙып ҡуйған. Был, асылда, барса уҡыусыларҙың уй-фекерен сағылдырған фекер ул.
Мөнир Ҡунафин – илле йәшен ысын мәғәнәһендә ил ағаһы булып ҡаршылаған яҙыусы. Кәләше Гөлшатҡа хәстәрлекле ир, улы Йәдкәр менән Сулпан ҡыҙына иғтибарлы атай, туғандарына арҡа терәр бағана. Гөлшат менән “Башҡортостан ҡыҙы” журналында ете йыл бер кабинетта ултырып эшләнек, бер бүлмәлә көн үткәргәс, серҙәр ҙә уртаҡ булды. Гөлшат менән Мөнирҙең үҙ-ара кеселекле мөнәсәбәтенә генә түгел, ике яҡтың туғандарын да тиң итеп ҙурлауҙарына ла һоҡлана инем. Ял һайын тиерлек Нуриманға ҡайтып, Гөлшаттың оло йәштәге өләсәһен мунса индереп килеүҙәре йә ҡартәсәһенә баҡса уташырға тип ашығыуҙары, йә Мөнирҙең инәһенең хәлен белергә Сәйетбабаға юлланыуҙары ла бөткөһөҙ эшкә күмелгән етәксенең ололар хаҡын өҫтөн күреп, ваҡыт табып, кәләшен үҙе әйҙәп йөрөүе лә уның кешелеклелек һыҙаттарын асҡан сағыу бер дәлил ул. Ә “Йөрәк һүҙе” республика телевизион шиғри бәйгеһенең финалында Мөнир Сәхиулла улы менән улы Йәдкәр ниндәй мәртәбәле, баһалы сығыш яһаны. Был сығышты әле лә күптәр яратып хәтерләй. Телевидениеға биргән бер интервьюһында Мөнир Ҡунафин: “Тел миңә аралашыу, аңлашыу сараһы ғына түгел, ә оло Ер шарында халҡымдың, илемдең барлығын, йәшәүен дәлилләгән бер имза ла”, – тигәйне. Улы ла, ҡыҙы ла бынамын итеп туған телдә иркен аралаша Ҡунафиндарҙың, юғиһә ҡайһы бер тел тип янған зыялыларҙың үҙ балаларына шул ҡиммәтте тапшыра алмауына ла шаһит булып торабыҙ.
Йәнә лә халыҡ шағиры, яҡын дуҫы Рауил Бикбай мәңгелеккә юл алғас яҙған мәҡәләһендә Мөнир Ҡунафин: “Заманалар юғала, дәүерҙәр ауа... Мәңгелек менән мәлде айыра белгән һәм шул уҡ ваҡытта уларҙың асылын, мәғәнәһен үҙ күңеле аша үткәреп, заман, ваҡыт бизмәненә һалып үлсәй алғандар ҙа бар беҙҙең арала. Бында Хоҙай шауҡымы бар кеүек, нисек кенә булмаһын, улар үҙ артынан халыҡты, айырым дәүерҙе эйәртеп алып китер ҡеүәткә эйә. Салауаттар, Зәки, Бабич, Мортазалар шундай заттарҙан. Дәүер кешеләре! Мостай шулай ине. Рәми үҙе иҫән сағында ундай уҡ бейеклеккә артыла алмаһа ла, үлеменән һуң һүнмәҫ рух мөхите тыуҙырып, ғәҙел һәм ҡабатланмаҫ һүҙҙең мәңгелек икәнен иҫбатлай алды. Уларҙан һуң Бикбай мәңгелектең ҡәләмен үҙ ҡулына алып, халыҡ аңында, башҡорт рухиәтендә, милләт моңонда үҙ мөхитен, дәүерен булдырҙы”, – тип яҙҙы.
Миңә ҡалһа, беҙ бәхетле, шул дәүер булдырыусылар исемлегенең талғын ғына тулылана барыуына шаһит булған халыҡ. Дәүере дауам итә икән, халыҡ та, уның әҙәбиәте лә йәшәй. Ул атта әле. Мөнир Ҡунафиндың ҡабатланмаҫ прозаһы ла – дәүеребеҙ биҙәге, дәүеребеҙ ҡеүәте ул. Дәүере яңырып торһон, шәхсән дәүере ғүмерле булһын мәртәбәле яҙыусыбыҙҙың.