Новости
10 Октябрь 2020, 12:15

Радий Хәбиров дәүләт наградалары тапшырҙы

Бөгөн "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Республика көнөнә бағышланған тантаналы йыйылыш уҙҙы. Унда төбәк етәксеһе Ралий Хәбиров лайыҡлыларға дәүләт наградалары тапшырып үтте. ⏬

«Башҡортостан Республикаһы алдында ҡаҙаныштары өсөн» ордены РФ Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаевҡа, яҙыусы Рәшит Шәкүргә, совет һәм Рәсәй ғалимы, профессор Айрат Шаммасовҡа бирелде.
Григорий Аксаков орденын «Пышка» компаниялар төркөмө генераль директоры Рәсима Мусина, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Виктор Пчелинцев алды.
Фото: Валерий Шахов
Читайте нас