Был юлы ла ул интернет аша ҡыҙҙарҙы һайлап, оҡшағанының фотоһы аҫтында күрһәтелгән номерға шылтыратҡан.
Диспетчер, ул ҡыҙ менән автовокзалда осраша алаһығыҙ, тигән.
Ир Салауат ҡалаһына килеп, ҡыҙҙы көткән.
Әммә уға, ҡыҙ менән осрашыр өсөн тәүҙә ошо телефон номерына аванс күсерегеҙ, тип хәбәр иткәндәр.
Ир икеләнеүһеҙ тейешле сумманы күсергән.
Артабан муттар, һеҙ яңылыш сумманы күсергәнһегеҙ, яңынан күсерегеҙ, ә алдан күсерелгән аҡса һеҙгә кире ҡайтарыласаҡ, тип ирҙе ҡат-ҡат алдап, уның 64 мең һум аҡсаһын "һурған".
Ике көн дауамында әле ул. Ир, аҡсамды кире ҡайтарыр кәрәк, тип ышанып, аҡса күсергән дә күсергән. Гипнозға эләккәнме ни...
РФ ЭЭМ Салауат ҡалаһы буйынса бүлегенән Илмира Хәйбуллина хәбәр итеүенсә, был факт буйынса енәйәт эше асылған.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.