Тәүге һөҙөмтә өс көндән һуң уҡ күренә. Уны әҙерләү өсөн ярты йомортҡа һарыһы, ике балғалаҡ миндаль майы (зәйтүн майы ла ярай), бер балғалаҡ диңгеҙ тоҙо, ике ҡалаҡ ромашка төнәтмәһе (200 мл һыуға бер ҡалаҡ кипкән үлән һалып, 15 – 20 минут ҡайнатырға), ярты балғалаҡ бал, ике балғалаҡ вазелин кәрәк. Ошо ингредиенттарҙың барыһын бергә ҡушып, яҡшы итеп бутарға һәм һыуытҡыста һаҡларға.