Новости
26 Декабрь 2019, 08:55

Тоҙ баш ауыртыуын баҫа

Кинәт кенә башығыҙ ауыртып, түҙер әмәлегеҙ ҡалмаһа, тиҙ генә тоҙ иретмәһе әҙерләгеҙ. Был ябай ғына ысул тиҙ арала баш ауыртыуын баҫып, оҙаҡ ваҡытҡа уның нимә икәнен дә онотторорға ярҙам итер.

Өҫтәүенә, ҡан баҫымын да нормаға килтерергә ярҙам итә. Иң тәүҙә марляны 8 ҡат итеп бөкләп, башты уратып алырлыҡ итеп бәйләмес әҙерләйбеҙ. Шунан 250 мл һыуҙы 60-40 градусҡа тиклем йылытырға һәм шунда 2 балғалаҡ тоҙ һалып иретергә. Һөҙөмтәлә 8 процентлы тоҙ иретмәһе барлыҡҡа килә. Йылы һыу менән маңлай, ҡолаҡтар һәм елкәне йыуып, бәйләместе тоҙ иретмәһенә манып алып, еңелсә һығырға һәм әҙерәк һыуынғас, маңлай, ҡолаҡтар һәм елкә аша башты уратып бәйләргә. Компресс ныҡ торһон өсөн, өҫтөнән кизе-мамыҡ яулыҡ ябынырға мөмкин. Шунан бер аҙ ятып та торорға була. Бер нисә минуттан баш ауыртыуы баҫылып, еңеллек һиҙерһегеҙ, әммә яулыҡты сисергә ашыҡмағыҙ. Ә инде ауыртыу ныҡлап үтеп, башығыҙҙағы бәйләместе сискәндән һуң, уны тағы йылы һыу менән йыуып алырға онотмағыҙ.
Фото: В контакте
Читайте нас