"Һаҡлыҡ банкы" башлығы Герман Греф "киләсәк кешеһе"нең өс сифатын әйтте.
Банкир тиклем банкир әйтеп торғас, беҙгә шундай булырға тырышырға кәрәктер.
Киләсәк кешеһе, тимәк, шул сифаттарға эйә булырға тейеш: юғары дәрәжәлә креатив, системалы уйлай һәм һөҙөмтәгә ирешә белеүсе.
Греф әфәнде белдереүенсә, ошондай һәләткә (сифатҡа) кешене балалар баҡсаһынан, мәктәптән үк өйрәтә башларға кәрәк.