Новости
23 Сентябрь 2019, 19:08

Элвин Грей Гөлназ Асаеваға өйләнә, шикелле....

Билдәле йырсы Лилиә Биктимерованың instagram сайтындағы фото сығыу менән, был туралағы шау-шыу тағы ҡуйырҙы.

Элвин Грей Гөлназ Асаеваға өйләнә, шикелле....Элвин Грей Гөлназ Асаеваға өйләнә, шикелле....
Элвин Грей Гөлназ Асаеваға өйләнә, шикелле....
Билдәле йырсы Лилиә Биктимерованың instagram сайтындағы фото сығыу менән, был туралағы шау-шыу тағы ҡуйырҙы.
Фотола Радик Юлъяҡшин, йәғни Элвин Грей Гөлназ Асаеваның ҡустыһы Кәрим менән төшкән. Етмәһә, әсә кеше: "Кәрим Радикты бик оҡшата. Икеһе бергә булғанда бик күңелле, шаярышып, уйнашып алалар. Прическаны ла Радик ағайҙыҡы кеүек кәрәк, тип киҫәтте" - тигән яҙма ҡуйған.
Шунан бирле ике йырсыға ла тынғылыҡ юҡ. Гөлназ менән Радикка бер туҡтауһыҙ:
- Ҡасан никах?
- Еҙнә бүләге бирҙеңме?
- Ҡәйнәңә ҡунаҡҡа барҙыңмы?
- Буласаҡ кейәү никахҡа нимә бүләк итә? - тигән кеүегерәк һорауҙар яуа башлаған.
Әлегә йәштәр ҙә, ата-әсәләр ҙә яуап бирмәй. Кәримдән һорар кәрәк, моғайын. Ағаймы, әллә еҙнәйме, тип!
Читайте нас