Новости
23 Сентябрь 2019, 15:31

Яңы йылдан дәүләт хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡартасаҡтар

Минфин яңы реформа уйлап тапҡан

Яңы йылдан дәүләт хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡартасаҡтарЯңы йылдан дәүләт хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡартасаҡтар
Яңы йылдан дәүләт хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡартасаҡтар
2020 йылдан дәүләт хеҙмәткәрҙәренең “әрме”һен ҡыҫҡартып, ҡалғандарға эш хаҡын арттырыу өсөн дәүләт идараһы өлкәһендә реформа башланасаҡ.

Рәсәй Финанс министрының урынбаҫары Татьяна Нестеренко һүҙҙәренә ҡарағанда, түрәләрҙең хеҙмәт хаҡы инфляция кимәлендә генә индексацияланасаҡ. Сөнки барлыҡ дәүләт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы күләмен көнәркәшлек кимәленә еткереү өсөн йыл һайын 100 миллиард аҡса талап ителә.
Дәүләт хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡартып, экономияланған аҡса гражданлыҡ хеҙмәткәрҙәрең эш хаҡын арттырыуға тотоноласаҡ. Реформа ике этапта барасаҡ: тәүҙә дәүләт хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡартыу, артабан дәүләт аппараты структураһын камиллаштырыу.
Читайте нас