Новости
17 Сентябрь 2019, 14:54

Әүҙем студенттар иғтибарына!

18 сентябрҙә Силәбе ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Амур Хәбибуллин Башҡортостан студенттары менән осрашыу үткәрәсәк.

Әүҙем студенттар иғтибарына!Әүҙем студенттар иғтибарына!
Әүҙем студенттар иғтибарына!

Осрашыу Ш.Бабич исемендәге китапханала ойошторола. Башланыу ваҡыты: 17.30 сәғ. Төрлө сараларҙа ҡатнашырға, уларҙы үткәрергә ярҙам итергә теләгән әүҙем, тырыш, һәләтле студенттар саҡырыла.
Сөнки осрашыуҙың төп маҡсаты - Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкәләтлегендә Йәштәр ассоциацияһын булдырыу.

Вәкәләтлектең тел.: 8(351)225-19-70
Читайте нас