Биш ҡатлы йорт подвалында кеше һөлдәһе табылған. Уға шул йортта йәшәгәүсе осраҡлы рәүештә генә юлыҡҡан. Тикшереү эшен башлаған хоҡуҡ һаҡлау органдары хәбәр итеүенсә, был 18-20 йыл элек үлгән кеше мәйете. Әлегә үлем сәбәбе һәм теүәл ваҡыты аныҡ билдәләнмәгән. Тикшереү тамамланғандан һуң енәйәт эше асыласаҡ.