Муса Шәрәфетдин улы Сиражетдинов 1939 йылдың 1 февралендә Туймазы районы Төпкилде ауылында тыуған. Ул унарлаған шиғри, публицистик һәм тәржемә китаптары, балаларға өсөн йыйынтыҡтар, байтаҡ телевизион фильмдар сценарийҙары авторы булараҡ билдәле.
Әҫәрҙәре төрлө телдәргә тәржемә ителгән. Уны халыҡ тиҫтәләрсә йырҙар авторы тип тә белә.