Быйыл февралдә бер аҙ һуҡмыш ҡатын подъездан сыҡҡанда, йорт алдында теҙелешеп торған машиналарҙы күрә. Был уға оҡшап етмәй. Кеҫәһенән тимер ишек асҡысы алып, уларҙың кузовын һәм быялаларын һыҙғыслай башлай. Бөтәһе 13 машинаны, шул иҫәптән «Тойота», «Шкода», «Сузуки», «Датсун», «ВАЗ» автомобилдәрен «матурлап» сыға. Автомобилдәргә килтерелгән дөйөм зыян 195 мең һумлыҡ булған.
Хөкөм ителеүсе тулыһынса үҙ ғәйебен таныған. Суд уны һынау осоро менән бер йылға иркенән мәхрүм иткән һәм автомобилдәргә килтерелгән зыянды ҡаплатҡан.