Новости
4 Сентябрь 2019, 16:03

Тағы бер йылға ултырып ҡалған уҡыусы үҙ-үҙен үлтергән

Уны өсөнсө тапҡыр етенсе класҡа ултыртып ҡалдырғандар

Тағы бер йылға ултырып ҡалған уҡыусы үҙ-үҙен үлтергәнТағы бер йылға ултырып ҡалған уҡыусы үҙ-үҙен үлтергән
Тағы бер йылға ултырып ҡалған уҡыусы үҙ-үҙен үлтергән
Мәскәү өлкәһендә бер уҡыусы тағы бер йылға ултырып ҡалғаны өсөн үҙ-үҙен үлтергән.

Зеленоград ҡалаһында 15 йәшлек малай Белем көнөнә арналған тантаналы линейкаға барып та етмәгән. Ул мәктәп янындағы паркта аҫылынған. Сәбәбе – өсөнсө йыл рәттән етенсе класта ултырып ҡалыуы.
Баланың холҡо тыныс, тәртипле, тик уҡыуы үтә насар булған. Уҡыу йылына ике-өс көн ҡалғас ул үҙен коррекцион мәктәпкә күсереүҙе һораған.
Үҫмер әсәһе менән генә йәшәгән, ҡатын педиатр булып эшләй.
Читайте нас