Ошо хәлгә ҡарата "Өфөводоканал" МУП-ы лабораторияһы асыҡлыҡ индерҙе. Предприятие Ҡариҙел йылғаһын һәм баш ҡаланы эсәр һыу менән тәьмин иткән сығанаҡты даими контролдә тота. Эсәр һыу норматив талаптарға яуап бирә. Зарарлы матдәләрҙең концентрацияһы артыуы теркәлмәгән.