Аттила Төрк етәкселегендәге венгр ғалимдары БР Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге һәм археология музейы белгестәре менән яҡшы эшләне. Бергәләшеп башҡарылған фәнни эш ҡыҙыҡлы һөйләшеүҙәр, киләсәккә бергәләп ҡоролған пландар, онотолмаҫлыҡ аралашыу менән үрелеп барҙы. Венгр коллегалар менән беҙ биш йылдан ашыу дуҫбыҙ, ошо ваҡыт эсендә башҡорт һәм мадъяр уртаҡлығы беҙ уйлағандан олораҡ икәне асыҡланды.