Ләкин гр.Р үҙенең пландарынан баш тартырға теләмәгән шул, һөйөклөһөн төрлөсә итеп ҡайтарырға маташҡан. Һәм бер көндө иртән ҡатынды өйө янында ҡарауыллап, көсләп машинаһына ултыртҡан да, Учалынан бер нисә йөҙ километр алыҫлыҡтағы тыуған яғына алып ҡайтып киткән.
Урланған ҡатындың хеҙмәттәштәре, ул эшкә килмәгәс, ғауға күтәргән, туғандары полицияға хәбәр иткән.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре машинаны республикабыҙҙың көньяҡ ҡалаларының береһендә тотоп алып, ҡатынды ҡотҡарғандар.
Судта ир үҙенең ғәйебен тулыһынса таный, һаманғаса ҡатынды өҙөлөп яратыуын белдерә.
Суд ирҙе енәйәт яуаплылығынан арындырып, уға 15 мең һум күләмендә штраф һалған. Был турала Учалы район судының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.