Новости
18 Июль 2019, 13:44

Үҙҙәре транспорт фирмаһынан булған

Өфө - Белорет трассаһында һәләк булыусылар "Лидер Транс" компанияһынан булған

Үҙҙәре транспорт фирмаһынан булғанҮҙҙәре транспорт фирмаһынан булған
Үҙҙәре транспорт фирмаһынан булған
Архангел районындағы юл фажиғәһендә һәләк булыусылар Яр Саллы ҡалаһының транспорт компанияһы хеҙмәткәрҙәре булып сыҡты.

Улар коллектив менән корпоратив ойоштормаҡсы булған – Башҡортостан йылғалары буйлап һалда ағырға барған. Тик бының өсөн Ҡытайҙа етештерелгән сифатһыҙ автобусты һайлаған. Күршеләр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күп тапҡыр боҙған водителгә ғүмерен ышанып тапшырған. "Ҡаза аҡыл таптырмай" тигәндәре ошо, күрәһең.
Алты һәләк булыусы араһында компания етәксеһенең әсәһе лә булған. Ҡатын фирмала бухгалтер булып эшләгән.
Архангел районы суды водителде ике айға, тикшереү тамамланғансы, ҡулға алды. Шаһиттар әйтеүенсә, ир суд мәлендә күҙ йәштәрен тыя алмаған, һәләк булыусыларҙың яҡындарынан ғәфү үтенгән.
Читайте нас